Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Апрель 2020, 11:40

ЮЛДАҒЫЛАР ЮЛДА БУЛҺЫНДАР…

Баш ҡалабыҙ Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер төҙөүҙәре хаҡында күптән ишеткәйнек инде. «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылып, 2021 йылда сафҡа индерелергә тейеш ул.

Был маҡсатта өҫтәмә рәүештә техника йәлеп ителгән, терәүҙәрҙең байтаҡ өлөшө ҡуйылған, улар араһындағы метал конструкцияны йыйыу өсөн стапель ҡороу эштәре тамамланыу алдында тора икән. Терәүҙәр араһын тоташтырыуға ла күп ҡалмаған. Шуныһы һөйөнөслө: эш ташҡын ваҡытында ла туҡталмаясаҡ, сөнки ташҡынға ҡаршы саралар алдан күрелгән. Яңы күпер өс һыҙатлы булмаҡсы, уның оҙонлоғо 688 метр тәшкил итәсәк. Ағиҙел күпере аша үтеүселәргә хәйерле юл теләргә генә ҡала.
Р.ҒӘЛИМОВА әҙерләне.
Читайте нас