Ашҡаҙар
+14 °С
Облачно
Милли проекттар
10 Апреля 2020, 10:20

Балаларға – түләүҙәр

Башҡортостанда өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләр түләүҙәр аласаҡ.

БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова бындай түләүҙәр алыусылар даирәһе киңәйәсәк тип белдерҙе. Биш мең һум күләмендәге түләүҙәрҙе килеме йәшәү минимумынан кәмерәк булған ғаиләләр аласаҡ.
Путиндың ҡарарына ярашлы, кемдәр 1 марттан эшһеҙ ҡалған (ғәҙәттә сумманы бер йылға иҫәпләйҙәр), шул ғаиләләргә түләүҙәр ғаилә килеменән окладты алып ташлап түләнелә.
«Бөгөнгә беҙҙә түләү алырға хоҡуҡлы 90 мең бала бар, артабан улар күберәк булыр тип көтәбеҙ», – ти Иванова.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас