Ашҡаҙар
-25 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Апрель 2020, 10:30

Башҡортостанда «Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһы булдырылды

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#БашҡортостанпроекттарыБашҡортостан Республикаһында беренсе «Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһы булдырылды.

Демография” милли проектына ярашлы, балалар үҫтергән ғаиләләрҙе финанс яғынан дәртләндереү, тормош сифатын яҡшыртыу, атай-әсәйҙәрҙең абруйын күтәреү - төп мәсьәләләрҙең береһе. Был лайыҡлы бүләккә кем дәғүә итә ала?

Башҡортостанда кәм тигәндә биш йыл йәшәгән, балаларына яҡшы тәрбиә биргән, ул-ҡыҙҙары тормошта ҡаҙаныштарға өлгәшкән, батырлыҡ күрһәткән ир-ат уға һис шикһеҙ лайыҡ. Шулай уҡ 5 йылдан ашыу уллыҡҡа алынған балаларҙы лайыҡлы тәрбиәләгән ир-егеттәр, хәрби йәки гражданлыҡ бурысын үтәгәндә яраланған, контузия алыу йә иһә эштә имгәнеү, һөнәри сир һөҙөмтәһендә балалары һәләк булған атайҙар бүләкләнергә мөмкин.

Награда материалдары электрон төрҙә йәки ҡағыҙҙа Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы аппаратында 2020 йылдың 15 апреленә тиклем ҡабул ителә. Һорауҙарығыҙ менән ошо телефонға шылтыратығыҙ:

8-347-280-82-36.

Читайте нас