Ашҡаҙар
+18 °С
Облачно
Милли проекттар
12 Апреля 2020, 05:30

“Ирекмән-медиктар” ярҙамға килә

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#БашҡортостанпроекттарыБашҡорт дәүләт медицина университетының ирекмәндәр штабы коронавирус инфекцияһы таралыуға ҡаршы эштәрҙе башлап ебәрҙе.

Ирекмән-медиктар” дөйөм Рәсәй сәйәси хәрәкәте 2016 йылда Мәскәү студенттары тарафынан ойошторола. Һуңынан уның штабтары бөтә ил буйлап, шулай уҡ беҙҙең республикала ла барлыҡҡа килә.

Март айында Башҡортостанда “ирекмән-медиктар” коронавирус таралыуҙы сикләү эштәрен башлап ебәрҙе. Был “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыуға бәйле ойошторолдо.

Ирекмәндәр “ҡыҙыу линия” булдырып, үҙизоляцияла булғандарҙы дарыуҙар, аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеүҙә булышлыҡ итә.

Фото: voshod.rbsmi.ru

Читайте нас