Ашҡаҙар
+20 °С
Дождь
Милли проекттар
16 Апреля 2020, 05:30

Стәрлетамаҡта һигеҙ ҡатлы яңы йорт төҙөлә

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#БашҡортостанпроекттарыСтәрлетамаҡта һигеҙ ҡатлы, 126 фатирлы яңы йорт ҡалҡасаҡ. Был турала Башҡортостан архитектура һәм төҙөлөш буйынса дәүләт комитетында хәбәр иттеләр.

Бындай ҙур төҙөлөштө “Торлаҡ плюс” компанияһы Рәсәйҙә иң эре ипотека-төҙөлөш банктарының береһе булған ДОМ.РФ банкы ярҙамында атҡарып сығасаҡ. ДОМ.РФ банкы ярҙамы менән республикала ярты миллион квадрат метрға яҡын майҙанда торлаҡ төҙөлгән. Ул шулай уҡ төбәктә йорттар төҙөүҙә эскроу-иҫәп файҙаланып, «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Йорт үҙәк урамға яҡын урында, йәғни Сакко һәм Ванцетти урамында төҙөлә. Уның эргәһендә бер нисә мәктәп, балалар баҡсаһы һәм сауҙа үҙәге урынлашасаҡ. Проектҡа 218 миллион һум аҡса бүленгән, йорт 2021 йыл урталарына әҙер булыр, тип күҙаллана.
- Беҙҙең өсөн иң мөһиме: ҡала мөхитен үҫтереүгә бәйле проекттарҙы финанслауға әҙер булған банкты табыу ине. Был күп ҡатлы йорт - шундайҙарҙың береһе. Ул авария хәлендәге йорттарҙы һүтеп алған урында төҙөләсәк, - ти «Торлаҡ плюс» компанияһының генераль директоры Яков Линчук.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: Башҡортостан яңы төҙөлөш моделенә күсеүсе алдынғы төбәктәр рәтендә килә. Яңы йорттарҙың 30 процентҡа яҡыны эскроу-иҫәп файҙаланып төҙөлә. Эштәр “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.
Читайте нас