Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Апрель 2020, 10:30

Раевкала физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлдө

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#БашҡортостанпроекттарыӘлшәй район үҙәге Раевкала “Демография” милли проекты сиктәрендә физкультура-һауыҡтырыу комплексы 2018 йылда төҙөлә башлағайны. Бөгөнгө көнгә районда берҙән-бер бассейнлы комплекс әҙер тиһәң дә була, ҡайһы бер спорт тренажерҙарын урынлаштырып, үҙәктең эшкә һәләтлелеген тикшереп ҡарарға ғына ҡалған.

Физкультура-һауыҡтырыу комплексының майҙаны – 3087,4 квадрат метр. Бында 25 метр оҙонлоғондағы бассейндан башҡа спортзал, тренерҙар, сисенеү бүлмәләре лә бар, инвалидтар, аҙ хәрәкәт итеүселәр өсөн һыуҙан күтәргес механизм һәм пандустар ҡуйылған.

Әммә эпидемия хәүефе арҡаһында республикала барлыҡ спорт объекттары ваҡытлыса ябылыуға бәйле, был яңы комплекс та әлегә эшләмәй. Республика Башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәре буйынса, коронавирус инфекцияһы сигенеү менән спорткомплекс асылғас, балалар бассейнда йөҙөргә өйрәнәсәк. Бында теләгән һәр кем йөрөп, спорт менән шөғөлләнә аласаҡ.

Фото: mgazeta.com
Читайте нас