Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Апрель 2020, 10:30

Нефтекама дауаханаһында - яңы маммограф

миллипроекттар#төбәкпроекттары#БашҡортоcтанпроекттарыНефтекама үҙәк ҡала дауаханаһына яңы маммограф тапшырылды. Был «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Яман шеш ауырыуҙары менән көрәш» федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды.

Маммограф скрининг һәм диагностика тикшеренеүҙәре үткәреү өсөн тәғәйенләнгән, тип белдерәләр БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Дауахана табиптары яңы аппарат һатып алыуға бик шат, сөнки ул гинекологтарға, маммологтарға ҙур ярҙам күрһәтәсәк. Инженерҙар уны урынлаштырып, һынап ҡарағас, маммограф файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Шулай уҡ киләһе аҙнала дауаханаға тағы ла өр-яңы флюорография аппараты һатып алынасаҡ. Уны табиптар түҙемһеҙләнеп көтә.
Фото: mgazeta.com сайтынан.

Читайте нас