Милли проекттар
21 Апреля 2020, 08:25

Актерҙар өсөн бушлай курстар

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән ғәмәлгә индерелгән “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, Өҙлөкһөҙ белем биреү үҙәге нигеҙендә актерҙар өсөн бушлай онлайн-курстар башлана.

Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән тормошҡа ашырылған проекттың инициаторы – Рәсәй театр сәнғәте институты һәм Б. Щукин исемендәге Театр институты ректорҙары Григорий Заславский һәм Евгений Князев.
Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҡыу арауыҡта үткәрелә. Курсты тыңлаусыларға актер оҫталығы, сәхнә телмәре һәм сәхнә хәрәкәте буйынса өс программа тәҡдим ителә. Һәр курс 16 академсәғәт дауам итә.
Проекттың төп бурысы – актерҙар берләшмәһенә булышлыҡ итеү, мәҙәниәт учреждениелары эшмәкәрлеге мәжбүри туҡтатылған осорҙа һөнәри үҫеш өсөн шарттар тыуҙырыу. Программала ҡатнашырға теләгәндәр dopobr@gitis.net электрон почтаһына “16 сәғәтлек программа” тигән билдә ҡуйып, хат ебәрергә тейеш.
Әйткәндәй, былтыр Өҙлөкһөҙ белем биреү үҙәгендә Рәсәйҙәге һәм яҡын сит илдәрҙәге театрҙарҙан 850-нән ашыу хеҙмәткәр ҡайтанан әҙерлек үткән.
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Akter-ar-a-bushlay-belem-bir-l-r-224851/
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас