Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала 2024 йылға тиклем «Һанлы мәҙәниәт» проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 600 китап ҡомартҡыһы һанлы форматҡа күсерелә. Башҡортостан халыҡтары телдәре, мәҙәниәте һәм көнкүреше үҫеше хаҡында һөйләгән китаптар ҙа тәҡдим ителә. Китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлегендә 20 меңгә яҡын баҫма һаҡлана, улар ғалимдарҙа һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра
Билдәле булыуынса йыл һайын 100 дана электрон формаға әйләндерелеп, улар Милли электрон китапханаға индерелә. «Китап ҡомартҡылары» бүлегендә тыуған яҡты өйрәнеү буйынса 100 электрон китап ҡуйылған да инде.