Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Апрель 2020, 16:00

Башҡортостанда яңы индустриаль парктар барлыҡҡа киләсәк

“Ҡыҫҡа ғына арауыҡ эсендә беҙ ҙур эштәр атҡарҙыҡ һәм иҡтисадты алға әйҙәү йәһәтенән индустриаль парктарҙың әһәмиәтен аңланыҡ. Шуға ла был эште дауам итергә кәрәк”, – тигәйне үҙенең бер сығышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Был эшкә ныҡлап тотондоҡ беҙ.

Оҙаҡламай Башҡортостанда яңы индустриаль парктар барлыҡҡа килеүе ихтимал . Бөгөн республикала 10 индустриаль парк, 5 технопарк сафта. Эре инвесторҙар үҙ проекттарын, башлыса, йылдам үҫеш биләмәһенә ҡараған ҡалаларҙа тормошҡа ашырырға теләй. Сәбәбе – һалым буйынса ташламалар һәм таможня өҫтөнлөктәре икәнен һәр кем аңлай бөгөн.
Ошоларҙы иҫәпкә алып Благовещенск, Нефтекама, Күмертау, Белорет, Бәләбәй ҡалалары, Стәрлетамаҡ һәм Салауат райондарында индустриаль парктар төҙөү ихтыяжы күптән өйрәнелгән.
Күмертау, Бәләбәй һәм Белорет ҡалаларында индустраиаль парктар төҙөү өсөн ер биләмәләре бүленгән. Йыл һайын парк концепцияһы төҙөлөп, идарасы компания туплана, проект-смета документтары әҙерләнә.
Салауат районында агросәнәғәт паркы өсөн ер бүленеүе, унда ауыл хужалығы тауарҙарын күмәртәләп таратыу үҙәге асыу планлаштырылыуы хаҡында үткән йылда уҡ яҙып сыҡҡайнылар.
Бынан тыш, «Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысын хуплау » милли проекты сиктәрендә федераль ҡаҙнанан аҡса йәлеп итеү маҡсатында Рәсәйҙең иҡтисад министрлығы иғлан иткән конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар ебәрелеүе, проекттар федераль ярҙамға дәғүә итеүе лә кптән мәғлүм булды..Башҡортостан биләмәһендә индустриаль парктар селтәрен киңәйтеү зарурлығы килеп тыуҙы. Әлеге көндә сафтағы парктарҙа 61 резидент эшләй, 3,5 мең эш урыны булдырылған, инвестицияларҙың дөйөм күләме 43 миллиард һум тәшкил итә. Бынан тыш ике яңы парк: «Благовещенский» һәм «Нефтекамский» проектлау стадияһында. Был парктарҙың инженер инфраструктураларын булдырыуҙы «БР үҫтереү корпорацияһы» акционерҙар йәмғиәте үҙ өҫтөнә алған.
Шулай уҡ Бәләбәйҙә, Күмертаҙау һәм Белоретта индустриаль парктар төҙөү өсөн урындар билдәләнгән дә инде. Был йүнәлештә эштәр әүҙем дауам итә.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас