Ашҡаҙар
-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Апрель 2020, 10:30

Өс районда көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү комплекстары барлыҡҡа киләсәк

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#БашҡортостанпроекттарыРеспублика райондарында сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплекстары төҙөлә. Башҡортостан тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Нияз Фазылов һүҙҙәре буйынса, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү инфраструктураһын үҫтереү бөгөнгә тиклем күмелгән ҡалдыҡтарҙы кәметергә мөмкинлек бирәсәк һәм экологияны яҡшыртасаҡ.

Әлеге ваҡытта Туймазы районында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигонында сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексы төҙөү дауам итә. Унда йылына 100 мең тоннаға яҡын ҡалдыҡтар эшкәртеләсәк. Объект йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.

Дәүләкән районында ла йылына 40 мең тоннаға яҡын сүп-сар эшкәртеү комплексы төҙөү планлаштырыла.

Шулай уҡ Бәләбәй районында ла 100 мең тоннаға тиклем сүп-сар эшкәртеүгә иҫәпләнгән объект төҙөлөшөнә тәүге аҙым яһалды.
Ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү объекттары төҙөү “Экология” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Фото: mgazeta.com сайтынан.

Читайте нас