Идаралыҡтың һеҙ һүрәттә күргән 2-се участка егеттәре – Октябрь проспектында юлды ремонтлау мәлендә. Әйткәндәй, юлсылар был проспектта эштәрен тамамлап өлгөрҙө лә инде, хәҙер улар Коммунистик урамына асфальт-бетон түшәй.
– Автомобилдәр һирәк ваҡытта эштәрҙе тиҙерәк башҡарып ҡалырға тырышабыҙ, һауа шарттары ғына уңай торһон, – ти участка мастеры Андрей Барминков.
Стәрлетамаҡта быйыл юлдарҙы төҙөкләндереү эштәре “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты һәм республикала “Эстетика йылы”, “Таҙалыҡ көндәре” сиктәрендә дауам итә. Ремонт-таҙартыуҙан тыш идаралыҡ шулай уҡ ҡалала һигеҙ куб сүп һыйҙырышлы бункерҙар ҙа урынлаштыра. Был сүп-сар һауыттары ҡала предприятиелары, шәхси хужалыҡтарҙа өмәләрҙән һуң йыйылған ҡалдыҡтарҙы тултырыу өсөн тәғәйенләнгән. Бункерҙарҙы 21 апрелдән урынлаштыра башланылар.
Әйткәндәй, Башҡортостан Баш- лығы Радий Хәбиров ауыр шарттарҙа ла муниципалитеттарҙы төҙөкләндереү тураһында онотоп китмәҫкә саҡырҙы.