Милли проекттар
27 Апрель 2020, 10:10

Ихаталар матурлана

Республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында муниципаль берәмектәрҙең хакимиәт башлыҡтары менән «Башҡортостан ихаталары» программаһын тормошҡа ашырыу, « Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» милли проекты нигеҙендә йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү, күп фатирлы йорттарҙағы поъездарҙы комплекслы ремонтлау, Таҙалыҡ көндәрен, өмәләр һәм « Йәшел Башҡортостан» акцияһын үткәреү мәсьәләһе буйынса видеоконференцэлемтә тәртибендә кәңәшмә үтте

Сарала «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» проектын ғәмәлгә ашырыу барышы айырым тикшерелде. Билдәле булыуынса, Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү эштәрен башҡарыу ваҡытын күсергәйнеләр. Төбәктәрҙә был ғәмәлдәр төҙөлгән графиктарға ярашлы башҡарылырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта бөтә санитар-эпидемиологик талаптарҙың теүәл үтәлеүе шарт. Ә «Башҡортостан ихаталары» республика программаһына килгәндә иһә 1 майға төҙөлөш-монтаж эштәрен башлау күҙаллана. Быйыл республикала 390 ихатаны төҙөкләндерергә уйҙайҙар. Республика ҡаҙнаһынан программаны тормошҡа ашырыуға 1,8 миллиард һум аҡса бүленгән. Стәрлетамаҡта был эштәрҙе тормошҡа ашырыуға күптән тотондолар.
Читайте нас