Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Апрель 2020, 10:45

Алмағастар сәскә ата беҙҙә Майҙың еткәнлеген белдереп…

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#Башҡортостанпроекттары«Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» милли проекты нигеҙендә һәм «Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә ҡалабыҙҙа бихисап эштәр башҡарыла.

Стәрлетамаҡтың Ленин проспектында алмағастар ултыртыу - бының асыҡ миҫалы. Алмағастарҙы был урында бынан 40 йыл самаһы элек үк ултыртҡан булғандар. Шуға күрә аллеяны яйлап ҡына яңынан тергеҙеү – көнүҙәк мәсьәлә. Әле 13 ҡарт алмағасты бөтөрөп, 80 үҫенте ултыртҡандар. Киләһе йыл ҡалған алмағастарҙы ла яңартасаҡтар. Әйткәндәй, декоратив алмағастар бик мату итеп сәскә атасаҡ, тик уның емештәре ваҡ һәм ашарға яраҡлы түгел икән.
Читайте нас