Ашҡаҙар
+28 °С
Облачно
Милли проекттар
28 Апреля 2020, 08:26

МИЛЛИ ПРОЕКТ ПРОГРАММАҺЫ ЯРҘАМЫНДА ЮЛДАР РЕМОНТЛАНАСАҠ

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#БашҡортостанпроекттарыБылтыр Стәрлетамаҡ ҡалаһы милли проекттың «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» программаһында ҡатнашып 13 автомобиль юлдарын яңыртты һәм «Каустик» туҡталышы эргәһендәге юл аҫты йәйәүлеләр үткәлешен төҙөкләндергәйне. Шулай уҡ милли проект сиктәрендә юл хәрәкәтен ойоштороусы ҡоралламалар ҡуйылды.

Быйыл да был эштәр дауам итәсәк, милли проект ярҙамы менән 13 автомобиль юлы ремонтланасаҡ, эшләнәсәк юлдарҙың оҙонлоғо 15,486 саҡырым тирәһе буласаҡ.
Эштәр буласаҡ урамдар исемлеге
- 23 МАй урамы – 2, 173 км.
- Хоҙайбирҙин урамында (автовокзалдан башлап « Мәңгелек ут » эргәһенә тиклем) - 1,486 км.
- Стәрлебаш тракты ( Суханов урамынан тимер юл киҫелешенә тиклем) – 1.224 км.
- Дуҫлыҡ урамында (Геология урамынан Нахимов урамына тиклем) – 0.564 км.
- Николаев урамында (Геология урамынан Волочаев урамына тиклем) – 0,763 км.
- Ленин проспектында (Химзовод ҡулсаһынан Фурманов урамына тиклем) – 1,511 км.
- Ҡаранай Моратов урамында (Коммунистик урамынан Артема урамына тиклем) – 0,503 км.
- Блюхер урамында (Коммунистик урамынан Курчатов урамына тиклем) – 0,823 км.
- Островский урамында ( Баҫыу урамынан Сәғитов урамына тиклем) – 1,053 км.
- Белорет трактында – 2,363 км.
- Урман урамында – 1,315 км.
- Халтурин урамында – 1,208 км.
Милли проект буйынса эшләнгән бар юлдарҙа ла «Superpave» технологияһы ҡулланыла. Шулай уҡ былтырғы кеүек 11 яңы сфетофор һәм юл ҡағиҙәләрен күрһәтеүсе 248 билдә ҡуйыласаҡ.
Әлеге мәлдә Ильич - Суханов - Стәрлебаш тракты киҫелештәрендә һәм Коммунистик- Ҡаранай Моратов – Объездной урамдары киҫелешендә реконструкция башланған, унда ҡулсалар төҙөләсәк.
Фотоһүрәттә: Милли проект буйынса эшләнгән юлды ҡабул итеү. 2019 йыл.
Читайте нас