Завод төҙөүгә дөйөм инвестиция 9,3 миллион һум тәшкил итәсәк. Инвесторҙар 1 мең 168 эш урыны булдырыуҙы вәғәҙәләй.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, был ҙур һәм мөһим проект. Хөкүмәт яғынан етди, берҙәм эш талап ителә. Проект өҫтөнлөклө обьекттар исемлегенә индерелә.
Проект Владимир Путиндың май указдарына ярашлы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарҙар инициативаһына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.