Тантана барышында БР урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов ведомствоға ҡараған учреждениеларға яңы техника тапшырыуҙың яҡшы йолаға әйләнеүе хаҡында әйтеп үтте.
- Һатып алынған 16 берәмек яңы техника һәм ҡорамал, йәғни 14 трактор һәм ике ағас ултыртыу машинаһы, урман хужалыҡтарын тергеҙеү һәм үҫтереү сараларын ойоштороуға тәғәйенләнгән. Янғын һүндереү үҙәгенең техника паркы ике автоцистерна, бер янғын һүндереү тракторы, ҡеүәтле “Егерь 2” автомобиле һәм бер йѳк транспорты менән тулыланды. Өр-яңы техника урман фондында килеп тыуған ғәҙәттән тыш хәлдәр менән кѳрәшергә ярҙам итәсәк, - тип белдерҙе министр.
Министрҙың һүҙҙәре буйынса, Янғын һүндереү үҙәге 2024 йылға тиклем тулыһынса техника менән тәьмин ителәсәк.
Фото: БР Урман хужалығы министрлығы сайтынан.