Уларҙың файҙаһы бәләкәстәрҙе сәләмәтләндереүҙә баһалап бөткөһөҙ. Был “тылсымлы” ҡорамал сабыйҙарға үҙенсәлекле массаж яһарға ярҙам итә. Ул тиренең һәм мускулдарҙың периферик сиктәренә тәьҫир итеп, үҙ сиратында сигналдарҙың үҙәк нервы системаһына тапшырылыуына булыша. Һөҙөмтәлә тын алыу, ҡан әйләнеше үҙәктәре зшкә ҡушыла, периферик нервы системаһының зарарланған функцияларының тиҙерәк тергеҙелеүенә йоғонто яһай.