

– Уҡытыусылар һәр саҡ мәғариф системаһы үҙәгендә булды һәм артабан да шулай буласаҡ, – тип белдерҙе мәғариф министры урынбаҫары Виктор Басюк. – Шуға күрә "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә мөһим ресурстар мөғәллимдәргә ярҙам итеүгә, белемде камиллаштырыу буйынса сифатлы һәм һәр кем файҙалана алырлыҡ программалар, уңайлы уҡытыу ысулдары аша тупланған.
"Мәғарифты үҫтереүҙең яңы формалары фонды" проект офисынан төбәктәргә бүленгән аҡсалар педагогтарҙың квалификацияһын үҫтереүҙе тәьмин итеүгә, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә белем биреү саралары, тренингтар, оҫталыҡ дәрестәре үткәреүгә, тәүге өс йылда мәктәптә уҡытыусыларға ярҙам итеү системаһына йүнәлтелгән заманса виртуаль лабораториялар булдырыуға тотоноласаҡ.