Ул ошо проектта ҡатнашып грант отҡан. Лилиә урындағы “Серафимовка” һөт етештереү лабораторияһында эшләгән. Белеме буйынса ул – ветеринария табибы. Шуға ла ул үҙ эшен асырға була. Тәү сиратта бинаны, ерҙе арендаға алған, эшкә кешеләрҙе йәлеп иткән һәм грант алырға ғариза биргән. Һәм һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәгән, ферманы үҫтереү өсөн дәүләттән 3 миллион һум аҡса алған.
Йәш фермер көн һайын 600 литрҙан ашыу һөт тапшырырға һәм киләсәктә һыйырҙар һанын арттырырға ниәтләй.
Әйткәндәй, ғаризалар 8 майға тиклем 450008, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106 адресы буйынса ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефондар: 8 (347) 218-05-26, 218-05-29.
Фото: mgazeta.com