Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Май 2020, 10:30

Дәүләкәндә балалар баҡсаһы төҙөлә

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#БашҡортостанпроекттарыУл 2021 йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Дәүләкәндең Көнбайыш биҫтәһендә күпселек йәш ғаиләләр йәшәй. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы был биҫтәгә алыҫтараҡ урынлашҡан. Шуға ла улар яңы балалар баҡсаһы асылыуҙы түҙемһеҙләнеп көтә.

Балалар баҡсаһы “Демография” милли проектына ярашлы, “Ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллегенә ярҙам итеү – өс йәшкә тиклемге балалар өсөн мәктәпкәсә белем биреү шарттары булдырыу” төбәк программаһы сиктәрендә республика бюджеты иҫәбенә төҙөлә. Ул 130 урынға иҫәпләнгән.

Район хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов белдереүенсә, төҙөлөшкә тиклем бер нисә ҙур эш башҡарылған. Проект-смета документтары әҙерләнгән, дәүләт экспертизаһы үткәрелгән, шулай уҡ объект республика адреслы инвестиция программаһына индерелгән.

Республика Башлығы Радий Хәбиров ярҙамы менән Дәүләкәндә Мәскәү урамында тағы ла бер балалар баҡсаһы төҙөләсәк.


Фото: davlekanovo.bashkortostan.ru

Читайте нас