Милли проекттар
10 Мая 2020, 05:30

Хирургия корпусын төҙөкләндереү эштәре йыл аҙағында тамамланасаҡ

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#БашҡортостанпроекттарыОктябрьский ҡалаһындағы 1-се дауахананың хирургия корпусын төҙөкләндереү йыл аҙағына тиклем тамамланырға тейеш.

Хирургия корпусын төҙөкләндереү проекты "Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына - 100 объект" программаһына индерелгән, ул “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Объектты төҙөкләндереү өсөн 240 миллион һум аҡса бүленгән.
Әлеге ваҡытта бинаның нигеҙе, колонналары, подвал стеналары нығытылған. Өс ҡатта ла тәҙрәләр, лифт шахтаһы яңыртылған. Тиҙҙән эске биҙәү эштәре лә тамамланасаҡ. Әлеге ваҡытта төҙөүселәр бинаның тышҡы йөҙөн биҙәй һәм инженер селтәрҙәре һуҙа. Шулай уҡ бина янындағы биләмәне лә тәртипкә килтерәсәктәр.
Был объект юғары төҙөлөш әҙерлеге кимәлендә, тип белдерәләр республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса комитетында.
Хирургия корпусын төҙөкләндереү эштәре 2018 йылдың ноябрендә башланған. Дәүләт заказсыһы – Башҡортостандың капиталь төҙөлөш идаралығы, генераль подрядсыһы – “Капитал Строй” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.
Фото: БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты сайтынан.
Читайте нас