Район хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов ошо көндәрҙә эш барышы менән танышты. Төҙөлөштө республиканың Капиталь төҙөлөш идаралығы етәкселегендәге подрядсы ойошма бойомға ашыра. Әле эштәр графикка ярашлы алып барыла. Объекттың хаҡы 81 миллион һумдан ашыу тәшкил итәсәк. Балалар баҡсаһын ошо йылдың октябрь аҙағында сафҡа индерергә ниәтләйҙәр.
Фото: vk.com