Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Май 2020, 10:30

Саҡмағошта өс ҡатлы поликлиника төҙөлә

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#БашҡортостанпроекттарыЯңы медицина учреждениеһы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә, Башҡортостан Хөкүмәте, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Социаль маҡсатлы программалар фонды ярҙамында төҙөлә. Уны Саҡмағош ауылында 2021 йыл аҙағына тиклем тамамларға планлаштыралар.

Әле бында Үҙәк район дауаханаһының 1974 йылда төҙөлгән берҙән-бер поликлиникаһы эшләй.

Өс ҡатлы яңы поликлиника иҫке медучреждение менән бергә тоташтырыласаҡ. Төҙөлөш өсөн 400 миллион һум аҡса талап ителә.

- Поликлиниканың дөйөм майҙаны 4900 квадрат метр тәшкил итәсәк. Унда балалар, хирургия бүлектәре, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы, клиник-диагностика лабораторияһы, рентген, административ-хужалыҡ бүлмәләре урынлаштырыласаҡ. Поликлиника бер сменала 250 кеше ҡабул итеүгә иҫәпләнгән, - тип хәбәр итәләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Фото: mgazeta.com сайтынан.

Читайте нас