“Яҡтыртҡыс ҡорамалдарҙың иҫкереүенә бәйле, хакимиәт тарафынан натрийлы лампаларҙы светодиодлы яҡтыртҡыстарға алмаштырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде, - тип яҙа үҙ сәхифәһендә ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов.
- Август аҙағына тиклем 16 мең яҡтыртҡыс яңыларына алмаштырыласаҡ. Шәмдәлдәрҙе яңыларына алмаштырыу энергия сервисы саралары программаһы буйынса башҡарыла, был муниципалитетҡа яҡтыртыу системаһын үҙ сығымдарын сарыф итмәйенсә яңыса ҡорорға мөмкинлек бирә.
Тиҙҙән ҡала урамдарында һәм парктарҙа матур һәм сағыу уттар балҡыясаҡ. Шул уҡ ваҡытта электр энергияһына сығымдар өс тапҡырға кәмейәсәк”.
Фото: ҡала хакимиәте башлығы сәхифәһенән.