Милли проекттар
15 Май 2020, 04:00

Сикһеҙ рәхмәтлеләр

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#Башҡортостан проекттары«Мәҙәниәт» милли проекты нигеҙендә Өфө сәнғәт училищеһына (колледжына) тәүге биш «Михаил Глинка» фортепианоһы тапшырылды.

- Беҙ «Рәсәй халыҡтарының милли музыка ҡоралдары» бүлегендәге кластарҙы тулыһынса яңырттыҡ, - тине училище директоры Лидия Воробьева. – Колледж уҡытыусыларының һәм студенттарының рәхмәте сикһеҙ. Улар Башҡортостандың, тотош Рәсәйҙең ижади киңлегендә уҡыу йортоноң абруйын һаҡлау өсөн ҙур тырышлыҡ һаласаҡ.
Мәғлүм булыуынса, Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) «Мәҙәниәт» милли проектына ярашлы яңыртылған һөнәри белем биреү ойошмалары исемлегенә ингәйне. Башҡортостан етәкселеге, республиканың Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән быйыл колледждың музыкаль инструментарийы байытыла, художество бүлеге өсөн тейешле ҡорамалдар, методик әҙәбиәт һатып алына.
«Башҡортостан» гәзите файҙаланылды.
Читайте нас