Уға ярашлы, 2024 йылға тиклем белем биреү өлкәһен үҫтереүгә 747 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған. Быйыл был сумманың 132 миллиард һумы проектта ҡаралған эштәргә йүнәлтелергә тейеш.
“Мәғариф” милли проектының төп маҡсаты – Рәсәй мәғарифының көнәркәшлеген тәьмин итеү, белем биреү сифаты буйынса донъяның иң алдынғы ун иле араһына инеү. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй халыҡтарының рухи-әхлаҡи ҡиммәттәре, тарихи һәм милли-мәҙәни традициялары нигеҙендә гармониялы үҫешкән, социаль йәһәттән яуаплылыҡ тойған шәхес тәрбиәләргә бурыслыбыҙ”, – тип билдәләгәйне Владимир Владимирович сығыштарының береһендә.
Бында һүҙ кимәлендә белем биреү системаһын яңы баҫҡысҡа күтәреү, мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында тейешле шарттар булдырыу хаҡында ла бара. Йылы мәктәп автобустары, биналарҙа температура режимын һаҡлау, уңайлы бәҙрәфтәр, бер сменала уҡыу – былар барыһы ла сифатлы белем алыуҙы тәшкил итеүсе талаптар.
Мәҫәлән, республикабыҙҙа 2021 йылға тиклем барлыҡ бәләкәстәр, шул иҫәптән ясли йәшендәгеләр ҙә, баҡсаға йөрөһөн өсөн ике йыл дауамында балалар баҡсаларында 10 меңгә яҡын өҫтәмә урын булдырыу бурысы тора. Ә инде бер сменала уҡытыуға тулыһынса күсеүҙе 2025 йылға тамамлау күҙаллана.