190 урынға иҫәпләнгән социаль объектты төҙөү 20 ғинуарҙа башланды, уны быйыл 31 декабрҙә тамамлау күҙаллана. Дөйөм майҙаны яҡынса 3 500 квадрат метрлыҡ балалар баҡсаһы 2-3 йәшлек балалар өсөн өс төркөмгә һәм 3-7 йәшлек балалар өсөн өс төркөмгә иҫәпләнгән.
Проект буйынса балаларҙың физик һәм аҡыл үҫеше өсөн бөтә шарттар ҡаралған: медицина һәм методика кабинеттары, музыка һәм спорт залдары, иркен бүлмәләр. Балалар саф һауала уйнай ала: улар өсөн тауҙар, ҡом менән уйнау урындары, өйҙәр, бәүелсәктәр һәм спорт ҡоролмалары була.
Башҡортостан Республикаһы Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәте буйынса, төҙөлөш штат режимында алып барыла, эпидемия шарттарында иҫкәртеү ҡағиҙәләре үтәлә.
«Төҙөлөш материалдары етерлек, графиктан артта ҡалыу юҡ. Объектты файҙаланыуға тапшырыу ваҡыты күсерелмәй», — тине «Лидер-Групп» компанияһының генераль директоры Рөстәм Ғәйнетдинов.