Ашҡаҙар
+27 °С
Облачно
Милли проекттар
22 Мая 2020, 05:30

Ике аҙнала эшләп тә ҡуйҙылар...

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#Башҡортостанпроекттары Билдәле булыуынса, ҡаланың Хоҙайбирҙин урамында "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проекты сиктәрендә юлға асфальт түшәлде.

Эштәр 31 июлгә тамамланырға тейеш ине, әммә Өфө ҡалаһының "Дортрансстрой" ойошмаһы асфальтты ике аҙна эсендә һалып та бөттө. Әлегә юлды һыҙаттарға айырыусы һыҙыҡтар һыҙыу мәшәҡәте һәм ваҡ-төйәк хаталарҙы төҙәтеү ҡалған.
Стәрлетамаҡта быйыл әлеге милли проект сиктәрендә йәмғеһе 15,5 километр юлды ремонтлау һәм ике юл киҫелешендә ҡулса булдырыу, шулай уҡ 11 светофор ҡуйыу бурысы тора.
Читайте нас