Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Май 2020, 10:30

Башҡортостан “Кире бәйләнеш платформаһы” пилот проектында ҡатнаша

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#БашҡортостанпроекттарыБашҡортостан дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең Берҙәм портал базаһында граждандар менән кире бәйләнеш платформаһын индереү буйынса пилот проектта ҡатнаша.

Был проектты РФ Һанлы үҫеш, бәйләнеш һәм киң коммуникациялар министрлығы тормошҡа ашыра. Республиканың рәсми порталдарында махсус виджеттар урынлаштырылған да инде, уның аша, власть органының үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, проблемалар тураһында хәбәр итергә, һорау алыуҙа, тауыш биреүҙә һәм муниципаль әһәмиәттәге мәсьәләләр буйынса фекер алышыуҙа ҡатнашырға мөмкин.
Һанлы кире бәйләнеш платформаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Һанлы иҡтисад” милли проектының “Һанлы дәүләт идаралығы” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Әйткәндәй, пилот проектта Башҡортостандан башҡа Рязань, Түбәнге Новгород, Һарытау, Тюмень, Ярославль, Мәскәү өлкәләре, Ханты-Манси автономиялы округы – Югра һәм Ҡалмыҡ Республикаһы ҡатнаша.
Читайте нас