Милли проекттар
24 Май 2020, 05:30

Продукция сит илгә күпләп оҙатыла

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#БашҡортостанпроекттарыБыйыл йыл башынан республика агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортҡа ебәреү күләме 50,1 миллион долларға еткән.

Рәсәй Федераль таможня хеҙмәтенең 3 майға алынған мәғлүмәттәре буйынса, үткән йылдың ошо осоронда ул 25,5 миллион доллар булған. Тимәк, агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортҡа ебәреү 2 тапҡырға артҡан. Продукцияларҙы экспортҡа күпләп ебәреү Рәсәй Президентының май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Шулай уҡ үҫемлек майы ла күпләп сит илгә оҙатыла. Йыл башынан апрелгә тиклем 17,6 миллион долларлыҡ 24,9 мең тонна көнбағыш майы экспортланған. Был үткән йылға ҡарағанда 4 тапҡырға күберәк. Республикала былтыр 282 мең тонна көнбағыш майы етештерелгән, ә бында йәшәгән халыҡ ихтыяжы 48 мең тонна тәшкил итә.
Былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, төбәктә шәкәрҙе сит илгә һатыу 12 тапҡырға артҡан. Уны йыл башынан апрелгә тиклем 8,4 миллион долларға яҡын экспортлағандар. Был турала Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Читайте нас