Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Май 2020, 10:30

Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге өсөн

Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһына һанлы маммограф ҡайтарылды. Медицина өлкәһенә яңы ҡорамалдар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы һатып алына.

Баш табип Әлиә Әҙиәтова белдереүенсә, дауаханаға һанлы маммограф алынған. Заманса ҡорамал ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеген күҙәтеү өсөн бик кәрәк. Һанлы маммограф һөт биҙҙәрендәге үҙгәрештәрҙе, шулай уҡ яман шеште башланғыс стадияһында уҡ асыҡларға ярҙам итә.
Яңы аппарат ҡулланылыуҙа ышаныслы, уңайлы.

К.Усманова.

Фото: Баймаҡ үҙәк дауаханаһы сайтынан.
Читайте нас