Быйылдан гранттар һаны 150-гә тиклем арттырылды, грант күләме - 690 мең һум. Конкурс “Мәғариф” милли проектының “Киләсәк уҡытыусыһы” төбәк проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Конкурста 35 йәшкә тиклемге, педагогик стажы ике йылдан да кәм булмаған ауыл уҡытыусылары ҡатнаша ала. Шулай уҡ педагогтарҙың уҡытыу йөкләмәһе бер тариф ставкаһынан да кәм булмаҫҡа тейеш. Шул уҡ ваҡытта ауылда йәшәгән халыҡ һаны 10 меңдән артмаҫҡа тейеш.
Был сарала ошо грантҡа эйә булғандар, мәктәптә административ йәки ойоштороу эштәрен генә алып барыусылар ҡатнаша алмай.
Конкурс материалдарын 1 июнгә тиклем grant.teacher.rb@mail.ru электрон почта аша түбәндәге адресҡа ебәрергә кәрәк: Өфө ҡалаһы, Театр урамы, 5/2 йорто, 309-сы бүлмә.
Фото: tinao.mos.ru