Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Май 2020, 10:30

СӘНҒӘТТЕ ЙЫРЛАП-БЕЙЕП КЕНӘ ҮҪТЕРМӘЙҘӘР

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#БашҡортостанпроекттарыБашҡорт республика сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы өй туйларға йыйынаСтәрлетамаҡҡа эш сәфәре менән Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова килде. Министр Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов менән берлектә Башҡорт республика сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының яңы корпусында барған капиталь ремонт эштәре менән танышты.

Ҡасандыр үҙенең тарихын “Культура-ағартыу училищеһы” исеме аҫтында башлап ебәргән колледж бөгөнгө көндә лә төп бурысын лайыҡлы дауам итә. Бында социаль-мәҙәни эшмәкәрлек, халыҡ художество ижады һәм эстраданың музыкаль сәнғәте йүнәлештәре буйынса өс йөҙгә яҡын студент белем ала. Уларға етмешкә яҡын педагог белем бирә. Бөтә тарихҡа күҙ һалғанда, был белем усағында йылдар дауамында туғыҙ меңдән ашыу белгес әҙерләнгән, араларында республикала ғына түгел, донъя кимәлендә билдәле шәхестәр бар. Мәҫәлән, яҡташыбыҙ, кино сәнғәте һәм телевидение йондоҙо Лариса Баранова тәүге профессиональ белемен нәҡ ошо уҡыу йортонда ала.
Яңы тип, билдәле булыуынса, Ленин проспектында урынлашҡан элекке Технология колледжының корпусы ул.
- Үкенескә ҡаршы, бөгөнгө көндә технология колледжы ябылды, хеҙмәт баҙары был белем усағы әҙерләгән белгестәргә мохтаж булмай сыҡты. Әммә уҡыу корпусы буш ҡалманы – республиканың Мәҙәниәт министрлығы бинаны Башҡорт республика сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы ҡарамағына тапшырырға кәрәк тигән тәҡдим менән сыҡты, – тип һөйләп үтте Владимир Иванович әлеге бинала барған эштәргә асыҡлыҡ индереп.
Әлбиттә, элекке технология колледжы бинаһын сәнғәт менән шөғөлләнеү өсөн ҡулайлаштырыу еңел түгел, бынан тыш, иң өҫкө ҡатта ятаҡ та урынлашасаҡ бит, барыһын да нормаға килтерергә кәрәк. Шуға ҡарамаҫтан, эшселәр ремонтты ваҡытында тамамларға һәм сифатлы атҡарып сығырға тырыша. График буйынса эштәр ноябрь аҙағына тамамланырға тейеш, әммә подрядсыларға, студенттар беренсе сентябргә бында уҡырға килһә, яҡшы булыр ине, тигән теләк тә еткерелде.
Әйткәндәй, уҡыу йорто директоры Владимир Ремпель белдереүенсә, проект хаҡы 119 миллион һум тәшкил итә. Ремонт эштәре “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.
– “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, республикала бик күп эштәр башҡарыла. Мәҫәлән, әле Башҡорт республика сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжындағы ремонттан тыш, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында, Сибай дәүләт филармонияһында ла эштәр бара. Бынан тыш, 15 муниципаль учреждение әлеге проект нигеҙендә яңырыу кисерә, – тип билдәләп китте был йәһәттән Әминә Ивний ҡыҙы.
Ремонт сифатлы итеп һәм ваҡытында тапшырылыр, ә яңы уҡыу бинаһында белем алған студенттар киләсәктә ҡала, республика һәм ил мәҙәниәте һәм сәнғәте донъяһына яңы исемдәр яҙыр, тип ышанырға ҡала.

Рәмил МАНСУРОВ.

Ольга ТУРИЯНОВА фотолары.

Читайте нас