Милли проекттар
30 Мая 2020, 05:30

Әминә Шафиҡова балалар филармонияһында ремонт барышы менән танышты

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#БашҡортостанпроекттарыБашҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Өфөнөң балалар филармонияһында капиталь ремонт барышы менән танышты.

Учреждение “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” төбәк проекты сиктәрендә төҙөкләндерелә.
- Балалар филармонияһының булыуы мөһим. Унда меңләгән бала шөғөлләнә. Капиталь ремонт барышында фойе, залдар, бинаның алды, электр үткәргестәр, елләтеү, йыллылыҡ менән тәьмин итеү системалары төҙөкләндереләсәк, түбәгә капиталь ремонт үткәреләсәк, янғын хәүефһеҙлеге менән тәьмин итеү буйынса эштәр башҡарыласаҡ. Капиталь ремонттан һуң занятиелар үткәреү өсөн уңайлы шарттар булдырылған учреждениены сентябрҙә асырға планлаштырабыҙ, - тип билдәләне Әминә Шафиҡова.
Капиталь ремонт барышында учреждение иҫәбенә 646 урынлыҡ концерт залында креслолар, ишектәр һәм келәм япма яңыртыласаҡ. Ремонттан һуң филармонияла төбәк әһәмиәтендәге концерт сараларын үткәрергә мөмкин буласаҡ.
Әйткәндәй, балалар филармонияһы УЗЭМИК мәҙәниәт һарайы базаһында барлыҡҡа килә. Бина 1970 йылда төҙөлгән. 57 ижади коллективта һәм клубтарҙа 3 йәштән 24 йәшкә тиклемге 1100-ҙән ашыу бала шөғөлләнә. Эшмәкәрлек алты йүнәлештә алып барыла: хореография, вокаль, хор, цирк, театр, спорт (спорт бал бейеүҙәре, акробатик рок-н-ролл).
Мәҙәниәт” милли проекты һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың “2024 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫеше стратегик йүнәлештәре тураһында”ғы Указы сиктәрендә биш йыл эсендә 27 яңы мәҙәниәт йорто төҙөү һәм 52 мәҙәниәт учреждениеһын ремонтлау планлаштырыла, тип билдәләне БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото: БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан.
Читайте нас