Милли проекттар
1 Июня 2020, 07:02

Башҡортостанда балалар онкогемотология үҙәге төҙөлә

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#БашҡортостанпроекттарыЙөҙ койкалыҡ үҙәк төҙөлөшө проектын Башҡортостанға эшлекле сәфәрендә РФ һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко хупланы.

Республиканың мөһим һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында булғандан һуң, ул онкогемотология проектының киләсәге булыуын билдәләне. Проект экспертиза үткән һәм 2021 йылға Федераль адреслы инвестиция программаһына һәм “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына индереү өсөн Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығына тикшереүгә ебәрелгән.
Республика балалар клиник дауаханаһы баш табибы Рөстәм Әхмәтшин һөйләүенсә, төҙөлөштө республика бюджетынан бүленгән аҡсаға быйыл башларға планлаштырыла. Әлеге ваҡытта бөтә республикаға 45 ауырыу баланы ҡабул итерлек бер балалар онкогемотология бүлексәһе бар.
Читайте нас