Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Июнь 2020, 10:30

Сифатлы юлдар – хәүефһеҙлек билдәһе

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#Башҡортостанпроекттары31 майҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Владимир Куликов үҙенең урынбаҫары Юрий Тротт менән ҡаланың төрлө урындарында подрядсылар башҡарған юл ремонтлау эштәре барышын ҡарап сыҡты.

Улар өс объектта булды. 23 Май урамында юл япмаһын алмаштыралар, Коммунистик, Урау юл, Ҡаранай Моратов һәм Суханов, Ильич, Стәрлебаш тракты киҫелештәрендә ҡулса хәрәкәте эшләнә.

Ҡалала юлдарҙы төҙөкләндереү Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Был проект буйынса эштең һәр контролдә тотола, эштән аҙ ғына тайпылыу булһа ла подрядсы ойошмаларға боҙоҡлоҡтарҙы бөтөрөү кәңәш ителәсәк. Шулай уҡ эште ваҡытында үтәмәй һәм сифатһыҙ башҡарһалар, подрядсыларға ҡарата штраф санкциялары ҡулланыласаҡ. Әйткәндәй, һәр объектҡа ҡарата гарантия ваҡыты билдәләнгән. Шул осорҙа, әгәр етешһеҙлектәр асыҡланһа, подрядсы ойошмалар үҙҙәре үк эштәрен еренә еткереп эшләп ҡуйырға тейештәр”, – тип яҙа үҙенең сәхифәһендә ҡала мэры.

Тимәк, ҡала юлдарын төҙөкләндереүгә тотонған ойошмалар эштәрен ҡуйылған ваҡытҡа һәм сифатлы башҡарып сығыр тигән өмөт бар.

Читайте нас