Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Июнь 2020, 10:30

Республика онкология диспансеры 13 хирургия мониторы алды

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#БашҡортостанпроекттарыРәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылдағы май указдарына ярашлы,«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә «Яман шеш ауырыуҙары менән көрәш» төбәк проектын тормошҡа ашырыу дауам итә.

Уның сиктәрендә республика клиник онкология диспансерына “аҡыллы” аппаратуралар «Тритон-ЭлектроникС» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етештергән МПР6-03-“Тритон” моделендәге 13 хирургия мониторы алынды.
Клиника белгестәре һөйләүенсә, улар Гарвард стандартына ярашлы бөтә кәрәкле каналдарға эйә. Монитор пациенттың йәшәү эшмәкәрлеген билдәләргә ярҙам итә, мәҫәлән, ҡан баҫымын, йөрәк тибешен, хатта тын алыу системаһын. Ә был иһә табип-реаниматологтың эше өсөн бик тә кәрәкле.
Фото: health.bashkortostan.ru сайтынан
Читайте нас