Улар араһында 126 мәктәп, 111 фельдшер-акушерлыҡ пункты, 38 ауыл хакимиәте һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 7 бүлеге бар.
Башҡортостан Республикаһы һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин әйтеүенсә, коронавирус эпидемияһы быға ҡамасаулай алмаған. Киреһенсә, пандемия шарттарында интернетҡа һорау артҡан. Ауыл мәктәптәре, фельдшер-акушерлыҡ пункттары кеүек социаль объекттар өсөн ул бигерәк тә әһәмиәтле. Быйыл тағы ла 888 объектҡа интернет үткәреләсәк.