Ашҡаҙар
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Июнь 2020, 18:15

УРМАН ШАУЛАП ҮҪҺЕН, ЙӘШЛЕК ДАУАМ ИТҺЕН!...

Стәрлетамаҡ районында Өфө-Ырымбур автоюлы буйындағы урманды таҙарталар

Стәрлетамаҡ районында юл буйындағы урман һыҙаттарын таҙартыу буйынса саралар уҙғарыла. Ошо турала БР Урман хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
"Стәрлетамаҡ урман хужалығы" БР автоном дәүләт учреждениеһы директоры Вәзир Сәғәҙиев һөйләүенсә, Стәрлетамаҡ урман хужалығынан лесхоз һәм идаралыҡ бүлеге эшселәре “Өфө-Ырымбур (М-7) автомагистрале буйлап юл һыҙатын ҡороған, ер ауҙарған, ҡар йыҡҡан, серек-сарыҡ ағастарҙан таҙартҡан. 27 километр оҙонлоҡтағы территория йыйыштырылған. Был сараларҙың бөтә этаптарын да урмансылыҡ участкалары белгестәре контролендә тота.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас