Ошо көндәрҙә Башҡотостандың баш ҡалаһында балалар юл-транспорт травматизмын профилактикалау буйынса Төбәк ресурсы үҙәге асылды. Учреждение балалар юл-транспорт травматизмын профилактикалау буйынса эшмәкәрлекте координациялау, уға фәнни-методик ярҙам итеү, һәм шулай уҡ төрлө профилактик саралар уҙғарыу өсөн булдырылды. Үҙәкте асыу республикала Владимир Путиндың май указы менән раҫланған «Мәғариф» милли проектын тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ итәсәк.
Бөтә тейешле санитар-эпидемиологик нормаларҙы үтәп уҙғарылған уҡыу йортон асыу тантанаһында БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, БР буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы етәксеһе Динар Ғилметдинов һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.
- Үҙәк Республика уҡыусы йәштәренең мәҙәни үҙәге базаһында булдырылды. Бөгөнгә беҙ республика белем биреү учреждениеларында уҡыусылар араһында велосипедта фигуралы йөрөү күнекмәләре тәрбиәләүгә йүнәлтелгән «Педалдәрҙе әйләндер» флешмобын, һәм шулай уҡ ЮХХДИ көнөнә арналған 3 июлдә тамамланасаҡ «Башҡортостан юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге талисманы» ижади конкурсын башлап ебәрҙек. Бынан тыш, әлеге ваҡытта Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса шиғыр конкурсы бара. Балалар бирелгән тематикаға шиғырҙар ижад итә, еңеүселәр аҙна һайын билдәленеп тора, - тип һөйләй үҙәк етәксеһе Эльвира Шәймөхәмәтова.
Үҙәк асылған көндө махсус ҡоролма һәм күргәҙмә әсбаптар менән йыһазландырылған мобиль тренажёр комплекс тапшырылды. Комплекс микроавтобус базаһында булдырылған һәм республиканың теләһә ҡайһы мөйөшөндө лә ысын автоҡаласыҡ ойоштороп ебәрергә форсат бирә.