Әйткәндәй, “Йыл экспортеры” бөтә Рәсәй премияһы “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә үткәрелә.
- Бөгөнгө ҡатлаулы осорҙа, коронавирус пандемияһы һәр өлкәлә ҡыйынлыҡтар тыуҙырған мәлдә, ил иҡтисадында экспортерҙарҙы иҫтә тотоу бик мөһим. Хатта карантин сикләүҙәре шарттарында ла экспортерҙар һиҙелерлек һөҙөмтә күрһәтә. Шуның өсөн дә уларҙың был эшен дәүләт кимәлендә баһаламау мөмкин түгел, - тип билдәләне Рәсәй экспорт үҙәге генераль директоры Вероника Никишина.
Конкурста ҡатнашыу өсөн 15 июнгә тиклем экспортерҙар – шәхси эшҡыуарҙар, барлыҡ һигеҙ федераль округтан бәләкәй, урта һәм эре бизнес вәкилдәре заявка бирә ала. Уларҙың экспорт өлкәһендәге эштәре алты номинацияла баһаланасаҡ.