

Конкурсты Балаларҙы яҡлау фонды һәм Мәскәү ҡалаһының күп балалы ғаиләләр берекмәһе ойоштора. Ул өс номинация (хореография, вокал, нәфис һүҙ) буйынса үткәрелә. Тәүге этап дистанцион рәүештә үткәрелә, аҙаҡ иң сағыу сығыштар Мәскәүҙә конкурс финалында күрһәтеләсәк.
Бөтә Рәсәй конкурсы финалында “Владимир Путин һәм Рәсәй ғаиләләре” фото күргәҙмәһе ойоштороласаҡ. Хөрмәтле күп бала тәрбиәләүсе ата-әсәләр, һеҙҙең талантлы балаларығыҙҙы ҡыйыу рәүештә конкурста ҡатнашырға саҡырабыҙ! Бөтә һорауҙарығыҙ менән 8-915-240-45-92 телефонына шылтыратығыҙ.
Фото: Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
Дина Арсланова.