Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Июнь 2020, 10:30

Башҡортостан компетенция үҙәге – иң нәтижәлеләр иҫәбендә

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#БашҡортостанпроекттарыБашҡортостанда ҡала мөхите мәсьәләләре буйынса компетенция үҙәге Рәсәйҙең 60 төбәгендә будырылған үҙәктәр араһында иң нәтижәлеләр иҫәбендә, тип билдәләнеләр Рәсәй Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында.

Бындай үҙәктәр төбәктәрҙә “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә 2018 йылда булдырылған. Улар муниципалитеттар биләмәләренең үҫеш проектын әҙерләү сифатын күтәреү һәм уны тормошҡа ашырыу, уңайлы ҡала мөхите булдырыу өлкәһендә муниципаль берәмектәргә өҫтәмә компетенциялар биреү өсөн тәғәйенләнгән. Шулай уҡ үҙәктәр йәшәү өсөн уңайлы урын булдырыу мәсьәләләренә граждандарҙы, йәштәрҙе һәм теләгәндәрҙе киңерәк йәлеп итергә мөмкинлек бирә. Рәсәй төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министры урынбаҫары Максим Егоров фекере буйынса, бындай үҙәктәр субъекттарҙа төҙөкләндереү эштәренә ыңғай тәьҫир итә.

Әйткәндәй, Калуга, Мәскәү һәм Түбәнге Новгород өлкәләрендәге үҙәктәр ҙә файҙалы тип табылған.

Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектына ярашлы, 2022 йылдың 1 мартына тиклем бындай компетенция үҙәктәре Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә барлыҡҡа киләсәк.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.
Читайте нас