Ашҡаҙар
-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Июнь 2020, 10:10
БАШҠОРТОСТАН ЭКСПОРТЕРҘАРЫ 65 МЛН ҺУМЛЫҠ СУБСИДИЯ АЛҒАН
Тышҡы иҡтисади бәйләнеш буйынса дәүләт комитетына 40 компаниянан тауар ташыуға бәйле сығымдарҙың өлөшөн ҡаплатыуға Башҡортостан бюджетынан субсидия алыу өсөн 52 заявка килгән. Был мәғлүмәттәр буйынса 74 млн һумлыҡ 31 килешеү төҙөлгән, әлеге мәлдә 23 компания 65 млн һум күләмендә субсидия алған да инде.Иҫегеҙгә төшөрөп үткәндә, Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, Башҡортостанда «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә республиканың экспортер компанияларына логистик сығымдарҙы ҡаплау өсөн финанс ярҙам күрһәтелә.#миллипроекттар#төбәкпроекттары#Башҡортостанпроекттары#Президент #Путин #ВладимирПутин
Бынан тыш республика бюджетынан төбәктә экспортҡа сығарып сеймал һәм энергетик булмаған тауар һатыу өсөн өлөшләтә сығымдарҙы ҡаплатыу ҡаралған. Башҡортостан предприятиеларына был йүнәлештә 3,3 млн күләмендә субсидия күсерелгән.
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"