Милли проекттар
10 Июня 2020, 05:05

ЮЛ БИЛДӘҺЕН АҒАС ҠАПЛАРҒА ТЕЙЕШ ТҮГЕЛ!

Үткән аҙнала Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре менән Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф БАЙҒУСҠАРОВ килде. Ҡалабыҙ буйлап ул «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Хәүефһеҙ юлдар» федераль проекты буйынса төбәк координаторы булараҡ сәфәр ҡылды. Депутат шулай уҡ Өфө-Ырымбур трассаһы, Мәләүез, Стәрлебаш райондары һәм Салауат ҡалаһына барып, авария хәүефе янаған урындарҙы ла тикшереп сыҡты.#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан

Зариф Закир улы ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов, ҡала хакимиәтенең сәнәғәт, транспорт һәм бәйләнеш бүлеге начальнигы Илдар Усманов, ЮХХДИ һәм БР-ҙың юл хужалығы идараһы вәкилдәре менән хәүефле булып һаналған Вокзал-Ноғоманов, Пантелькин-Гоголь урамдары киҫелештәре, Ҡара Диңгеҙ урамындағы 14-се йорттан алып Имай Насири урамы киҫелешенә тиклем юл өлөшөн һәм айырым иғтибар талап иткән балалар баҡсалары, мәктәптәр эргәһендәге юлдарҙы барып ҡараны. Шулай уҡ делегация «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты буйынса ремонтланған юлдарҙы ла барып күрҙе.
Зариф Байғусҡаров билдәләүенсә, партия проекты ике йыл дауамында эшләй һәм уның маҡсаты юл-транспорт фажиғәләрен кәметеү булып тора.
- Һәр ваҡыт ошондай урындарға сығыр алдынан беҙ юл-транспорт ваҡиғаһы барлыҡҡа килеү сәбәптәренә анализ яһайбыҙ. Күпселек осраҡта юл хәрәкәте билдәләре булмай сыға, йәки билдәләрҙе юл ситендә үҫеп сыҡҡан ағас һәм ҡыуаҡтар ҡаплай. Былай булырға тейеш түгел, сөнки руль артында ултырыусылар алдан уҡ, юлдағы шарттарҙы баһалап, хәүефһеҙ хәрәкәт булдырырға тейеш. Юлда яҡтыртыусы ҡорамалдарҙың эшләмәүе лә водителдәргә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра, - тине Дәүләт Думаһы депутаты.
Әйткәндәй, партия проектының тағы ла бер йүнәлеше бар, ул - юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәтеү. Уның буйынса һәр муниципалитет үҙ биләмәһендә юл ҡағиҙәләренә өйрәтеүсе ҡаласыҡтар булдыра. Ә беҙҙең ҡалала ошондай ҡаласыҡ Юрий Гагарин исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркында урынлашҡан.
Ғөмүмән алғанда, Зариф Закир улы милли проекттар буйынса һалынған юлдарҙың сифатын юғары баһаланы. Уның һүҙҙәренсә, асфальт ҡатламы сифатына һорауҙар юҡ, әммә юл хәрәкәтен билдәләүсе һыҙаттар юйылған, уларҙы яңынан һыҙырға һәм башҡа төрлө етешһеҙлектәрҙе еренә еткереп эшләп ҡуйырға кәрәк. Подрядсы ойошмалар гарантия сиктәрендә 1 июлгә тиклем етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә тейеш.
Шулай уҡ хәүефле булып һаналған юл өлөштәрендә билдәләрҙе ҡаплап тороусы ағастар, яҡтыртыу ҡорамалдарының тейешенсә эшләмәүе асыҡланды. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса акт төҙөлә һәм етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү талаптары менән яуаплы хеҙмәттәргә тапшырыла. Бер аҙҙан комиссия етешһеҙлектәр үтәлеү буйынса яңынан тикшереү ойошторасаҡ.
Читайте нас