Милли проекттар
12 Июня 2020, 05:30

Төҙөлөштә өҙөклөккә юл ҡуйылмаясаҡ

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#Башҡортостанпроекттары“Республикала милли проекттарға ярашлы 62 объект төҙөлә һәм реконструкциялана, шуларҙың 47-һен быйыл файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла”, – тип билдәләне Хөкүмәт аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов Министрҙар Кабинетында үткән оператив кәңәшмәлә.

Милли проекттар сиктәрендә республикала 9,5 миллиард һумға 641 дәүләт контракты төҙөлгән. Вице-премьерҙың һүҙҙәренсә, был 2020 йылда контракт төҙөү өсөн ҡаралған аҡсаның дөйөм күләменең өстән ике өлөшө. Быйылғы планда – 14,3 миллиард һумлыҡ меңдән ашыу проект ҡаралған.
Башҡортостанда объекттар ваҡытында сафҡа индерелергә тейеш, тип белдерҙеләр кәңәшмәлә.
Фото: Башинформ.
Читайте нас