Сараны видеоконференция режимында барлыҡ төбәк проект компаниялары менән РФ транспорт министры Евгений Дитрих үткәрҙе. Бында шулай уҡ “Росавтодор” башлығы Андрей Костюк, Федераль юл агентлығы етәксеһе урынбаҫары Игорь Костюченко һәм төбәк профилле министрлыҡтар етәкселәре ҡатнашты.
Субъекттарҙа милли проект сиктәрендә юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса эш әүҙемләшкән. Пандемияға бәйле, эш графикка ярашлы алып барыла. Хәлдәрҙең ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, үткән йыл менән сағыштырғанда, эш күләме һиҙелерлек артҡан. Май аҙағына алынған мәғлүмәттәр буйынса, 14 млн кв. метрҙа юлға өҫкө япма һалынған. Был планлаштырылған дөйөм күләмдең 12,53 проценты тигән һүҙ.
Быйыл 6 мең объектта эштәр башҡарыласаҡ, 13719 километр юлды төҙөкләндерәсәктәр.
Әйткәндәй, Стәрлетамаҡта 15, 5 км юл ремонтланасаҡ, ике юл саты реконструкциялана, 11 светофор ҡуйыласаҡ. Әле Белорет һәм Стәрлебаш трактында юл япмаһын ремонтлау эштәре бара. Юлдарҙы төҙөкләндереү эштәрен “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәте филиалы - Стәрлетамаҡ юл-ремонт-төҙөлөш идаралығы алып бара.
Фото: Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте сайтынан.