Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Июнь 2020, 10:30

2020 йылда Башҡортостанда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 31,1 миллиард һум бүленгән

#миллипроекттар#төбәкпроекттары#БашҡортостанпроекттарыРеспублика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән сираттағы оператив кәңәшмәлә милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышы тураһында һүҙ барҙы.

БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов һүҙҙәре буйынса, дөйөм алғанда, бурыстарҙы үтәү план буйынса алып барыла.

- 2020 йылда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 31,1 млрд һум бүленде, шуның 20 млрд һумы – федераль бюджеттан, - тип билдәләп үтте вице-премьер. - Федераль финанслау күләме буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында Һамар өлкәһенән ҡала икенсе урынды биләй.
Демограафия”, “Мәҙәниәт”, “Һаулыҡ һаҡлау”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проекттары буйынса күрһәткестәр ыңғай. 20 меңдән ашыу ғаилә беренсе, өсөнсө һәм артабанғы балалары тыуғандан һуң пособие алған. 700-ҙән ашыу балаһыҙ ата-әсәләр бушлай ЭКО программаһы буйынса тәүге балаларын табырға ышаныс алған. Ә дауалау учреждениелары заманса медицина ҡорамалдары менән үҙҙәренең матди-техник базаһын яҡшырта.
Шулай уҡ “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу ыңғай динамика күрһәтә.
- Быйыл Шаран һәм Нуриман районында, шулай уҡ Нефтекамала яңы мәктәптәр асыла, - тип белдерҙе мәғариф министры Айбулат Хажин. - 42 мәктәптә”Үҫеш нөктәһе” һанлы һәм гуманитар профилдәге үҙәктәр асыла, 48 ауыл мәктәбендә спорт һәм физкультура дәрестәре өсөн матди-техник база яңыртыла. Педагогтар өсөн өҙлөкһөҙ һөнәри оҫталыҡты күтәреү үҙәге булдырыласаҡ.
Коронавирус пандемияһы “Социаль әүҙемлек” милли проектын тормошҡа ашырыуға көслө этәргес булды. БР спорт һәм йәштәр сәйәсәте министры Руслан Хәбибов һүҙҙәре буйынса, 5 меңдән ашыу ирекмән изоляцияла ултырған 200 меңдән ашыу республика халҡына ярҙам күрһәткән. Шулай уҡ улар бушлай 465 мең битлек таратҡан. Ирекмәндәр бигерәк тә Өфөлә, Салауатта, Октябрьскийҙа, Өфө һәм Туймазы райондарында әүҙем эшләй. Волонтер булырға теләүселәр һаны арта. Бөгөнгө көндә улар мөһим бурысты - “Конституция ирекмәндәре” проектын тормошҡа ашырыуға ҡушылды. Уларҙың 3 меңдән ашыуы Төп законға мөһим үҙгәрештәр индереү буйынса халыҡҡа аңлатыу эше алып бара.
- Милли проекттарҙы үтәү буйынса бурыстарҙы беҙҙән бер кем дә алмаған. Бының буйынса беҙ ысынлап та һәйбәт эшләйбеҙ. Эш күләме һөйөнөрлөк. Ирекмәндәребеҙгә ҙур рәхмәт. Милли проекттарҙы ваҡытында финанслау өсөн бары тик коллегаларҙы федераль министрлыҡтар менән әүҙем эшләргә саҡырам, - тип белдерҙе кәңәшмәлә Радий Хәбиров.

Фото: ok.ru
Читайте нас