- Бизнес-шериф булараҡ минең кеҫә телефоны һәр эшҡыуарға билдәле, улар беҙҙең хакимиәт сайтына ла инеп был мәғлүмәт менән таныша ала. Көн һайын тиерлек шылтыратыуҙар ҡабул итеп торам, улар бик күп. Береһен дә иғтибарһыҙ ҡалдырмайым, оҡшаш һорауҙар күп осрағас, мессенджерҙа эшҡыуарҙар өсөн төркөм булдырып, аралашыу ойошторҙоҡ. Шундай аралашыу мөһим, фекерҙәр менән бүлешәбеҙ, шул уҡ ваҡытта төркөмдә булған юристарҙан бушлай юридик ярҙам да күрһәтелә.
Бизнес-шериф алдында эшҡыуарға ярҙам итеү маҡсаттары ҡуйылған һәм тормош ҡуйған яңы шарттар осоронда был бигерәк тә мөһим. Дәүләт яғынан эшҡыуарҙарға ярҙам саралары булдырылды, әммә улар тураһында мәғлүмәт еткереп торорға кәрәк, мәҫәлән. Һәр хеҙмәткәргә бер минималь эш хаҡы – 12130 һум күләмендә түләүҙәр ҡаралған, шулай уҡ башҡа төрлө льготалар һәм кисектереүҙәрҙе миҫал итеп килтерергә булыр ине. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тағы ла өҫтәмә ярҙам саралары әҙерләй. Ҡалабыҙҙа эшҡыуарҙарға 1 апрелдән башлап 30 сентябргә тиклем ҡуртым буйынса түләүҙәр алынмай һәм ергә һалым түләүҙәр буйынса кисектереүҙәр яһалды.
- Хакимиәттә “Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре” үтеп тора, улар тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине.
- “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” эшҡыуарҙар менән аралашыуҙың тағы ла бер формаһы булып тора. Ул аҙна һайын ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов ҡатнашлығында үтә. Проекттарҙың күбеһе республика кимәлендәге “Инвестиция сәғәттәренә” сығарыла һәм күрһәтелә. Ғәҙәттә, проекттар мөһим һорауҙарҙы хәл итә. Мәҫәлән, күптән түгел генә Стәрлетамаҡ тимер-бетон заводы ошондай проектты тәҡдим итте: предприятие күпер һалыуҙа ҡулланылған 33 метрлы өрлөктәр сығарырға ниәтләнеүен белдерҙе, был тауар әлеге мәлдә сит илдәрҙә генә етештерелә.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәттәренә” мөрәжәғәт итеүселәренең күпселеге ер майҙандары һәм буш биналар һорап килә.
- «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү», «Эшмәкәрлек күләмен арттырыу һәм эш менән тәьмин итеү» милли проекттары буйынса ниндәй эштәр башҡарыла?
- Милли проектарҙы бойомға ашырыу тәү сиратта бизнес-шериф эшмәкәрлеге менән бәйле. Сөнки элек булған ҡаршылыҡтарҙың күбеһе юҡҡа сығарыла. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарҙарҙың һанын арттырыу мөһим булып тора. Һәм уларҙың артыуы милли проекттарҙың ҡеүәт йыя барыуын, эшләүен күрһәтә.